08:00 (UTC+5), 14 Сентябрь 2016

Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыу уңайынан Өфөлә «Карауанһарай» төҙөргә тәҡдим ителде

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыу уңайынан Өфөлә «Карауанһарай» төҙөргә тәҡдим ителде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ошо башланғыс менән сығыш яһаны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты советы ултырышында республиканың 100 йыллығын байрам итеү буйынса саралар планы тикшерелде. Ҡоролтай рәйесе Әмир Ишемғолов хәҙерге йәштәрҙең әүҙем булыуын һәм иҫтәлекле датаға бағышланған тарих, әҙәбиәт һәм сәнғәт буйынса республика гранттарын булдырыу мөһимлеген билдәләне. Был идеяны Башҡорт дәүләт университетының Башҡортостан тарихы, археология һәм этнология кафедраһы мөдире Марат Ҡолшәрипов та хупланы. Ул халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторорға тәҡдим итте.
Саралар Башҡортостанда ғына үткәрелергә тейеш түгел, тип өҫтәне тележурналист Салауат Хәмиҙуллин. Юғиһә, Силәбе, Ҡурған һәм башҡа өлкәләрҙә тыуып үҫкән бик күп сәйәси эшмәкәрҙәр иғтибарҙан ситтә ҡаласаҡ. Тарихсылар фекеренсә, танылған шәхестәргә мемориаль таҡталар, һәйкәлдәр ҡуйырға кәрәк. Ғилми-ғәмәли конференциялар үткәргәндән һуң Башҡортостан барлыҡҡа килгән урындар буйлап автоуҙыш ойошторорға мөмкин. Уны республиканың тәүге баш ҡалаһынан — Баймаҡ районының Темәс ауылынан башлау зарур.
Республиканың Китап палатаһы директоры Азат Ярмуллин Башҡортостан дәүләтселегенең үҫеше тураһында энциклопедия сығарыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Шулай уҡ рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә «Башҡортостан Республикаһы. Һүрәтле энциклопедия» баҫмаһын сығарыу тәҡдиме индерелде.
Республика буйлап 100 туристик маршрут булдырыу тәҡдиме яңғыраны. Бындай башланғыс менән Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе, «Арғымаҡ» этно-төркөмө лидеры Ринат Рамазанов сығыш яһаны. Программаға музейҙарҙы, изге урындарҙы, тәбиғәт ҡомартҡыларын һәм танылған шәхестәргә бәйле урындарҙы индерергә мөмкин.
Торатау итәгендә «Ырыуҙар ташын» ҡуйыу, башҡорт халыҡ эпостары геройҙары аллеяһын төҙөү, башҡорт милли ризыҡтары объекттарын асыу мәсьәләһе бик мөһим.
Әмир Ишемғолов билдәләүенсә, өҫтәмәләр индерелгән план Башҡортостан Хөкүмәтенә тапшырылған, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика