12:00 (UTC+5), 13 Сентября 2016

Латвия башҡорттары Ҡорбан байрамын күмәк намаҙ менән билдәләне

Рина Хәмитова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Латвия башҡорттары һәм татарҙары Ҡорбан байрамын билдәләне. Сара Рига ҡалаһында Латвияның милли-мәҙәни ойошмалар ассоциацияһы майҙансығында ойошторолдо. Был хаҡта «Салауат Юлаев» Балтик халыҡ-ара үҙәге рәйесе Рина Хәмитова хәбәр итте.
Байрам намаҙын «Иҙел» Рига мосолмандар йәмғиәте имам-хатибы Миҙхәт Сатданов уҡыны. Ул диндарҙарға вәғәз һөйләне.
«Ҡорбан байрамы — изге ғәмәлдәр ҡылыу, мохтаждарға ярҙам итеү, яҡындарыбыҙ менән аралашыу ул. Һәммәһенә лә был көндө дуҫтары һәм яҡындары менән үткәреүен теләйем», — тип мөрәжәғәт итте ул йыйылыусыларға.
Байрамды ойоштороусылар — «Иҙел» Латвия татарҙары ойошмаһы, «Иҙел» Рига мосолмандар йәмғиәте һәм «Салауат Юлаев» Балтик халыҡ-ара үҙәге етәкселәре.
1 из 9
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика