11:12 (UTC+5), 05 Сентября 2016

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын ҡабаттан тапшырыу башланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн, 5 сентябрҙә, Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын ҡабаттан тапшырыу башланды. Имтиханда бер йә иһә ике мотлаҡ предмет буйынса ҡәнәғәтләнерлек билдәһен алмаған уҡыусылар ҡатнашырға хоҡуҡлы.
Бөгөн улар рус теленән һынау тота.
«Имтиханда ҡатнашыу өсөн 15 кеше ғариза биргән, уларҙың һигеҙе килгән. Берҙәм дәүләт имтиханы Өфөләге 100-сө мәктәптә ойошторола, — тип хәбәр итте республика Мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе Жанна Миникеева. — Аудиторияларҙа онлайн режимында видеокүҙәтеү алып барыла».
Имтихан 3,5 сәғәт дауам итә. Аттестат алыу өсөн кәм тигәндә 24 балл йыйырға кәрәк.
8 сентябрҙә математика буйынса база кимәлендәге Берҙәм дәүләт имтиханы үткәрелә, имтиханға 200-ҙән ашыу кеше яҙылған. Бынан тыш, рус теле һәм математика буйынса (база кимәле) БДИ 14 сентябргә билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика