12:31 (UTC+5), 02 Сентябрь 2016

Өфөнө йәнә «Беренсе класс уҡыусылары аллеяһы» биҙәйәсәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Шәмбе, 10 сентябрҙә, Өфөләге «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында «Беренсе класс уҡыусылары аллеяһы» барлыҡҡа киләсәк. Был көндә бында «Балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ» тип аталған байрам уҙғарыла. Ойоштороусылар — «Уфанет» компанияһы һәм ҡала хакимиәте. Тематик аллеяны яҡынса 12 мең уҡыусының фотоһүрәттәре биҙәйәсәк. Былтыр Өфөлә 11 мең беренсе класс уҡыусыһы 360 метрлыҡ аллеяның геройы булды.
Байрам барышында тематик майҙансыҡтар асыла, унда һәр бала үҙен төрлө һөнәрҙә һынап ҡарай ала. Кинологтар, янғын һүндереүселәр, журналистар, табиптар һәм башҡа бик күп һөнәр эйәләре үҙ эштәренең серҙәре менән бүлешәсәк. Ҡашҡаҙан күле буйында әкиәт сәхнәләштереләсәк.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, алты йыл эсендә проект илдә балаларҙың көтөп алған байрамдарының береһенә әүерелде. Быйыл акция 30 ҡалала үткәрелә. Өфө менән бергә беренсе класс уҡыусыларын Ҡазан, Каменск-Уральск, Ҡурған, Магнитогорск, Тамбов һәм башҡа ҡалаларҙа ҡотлайҙар.
Байрам көндөҙгә сәғәт 12-лә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика