Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2016, 14:15

Баш ҡалала тәүге тапҡыр Kurban Halal Fest ойошторола

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә Ҡорбан байрамы уңайынан ҙур байрам программаһы әҙерләнгән.
12 сентябрҙә «Ватан» этно-паркында тәүге тапҡыр республика Kurban Halal Fest ойошторола.
Фестиваль программаһында спорт ярыштары (көрәш, волейбол, уҡтан атыу, регби, пейнтбол), балалар һәм өлкәндәр өсөн уйындар, Ҡөрьән уҡыусыларҙың оҫталыҡ дәрестәре, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың байрам телмәре, концерт ҡаралған.
Ошонда уҡ хәләл туҡланыу фудкорттары, мобиль мәсет, көнсығыш йәрминкәһе асыла. Фестивалдә йыйылған аҡса «Юғалтыуҙар юҡ» хәйриә фондына йүнәлтелә.
Сараны ойоштороусылар — Өфө хакимиәте ярҙамында «Ферзь эшлекле клубы» йәмәғәт ойошмаһы, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, APL компанияһы.
Читайте нас