05:03 (UTC+5), 01 Сентября 2016

Ғибәҙәт ҡылыусылар Покров-Эннатская монастырына яңы күпер аша бара ала

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 31 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Фёдоровка районында булды һәм Ашҡаҙар йылғаһы аша күпер менән Яңы Михайловка ауылына инеү юлы төҙөлөшөн тикшерҙе.
Иҫке юл, күпер емерелгән, был М.В. Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативының малсылыҡ фермаһы һәм «Ашҡаҙар» балалар һауыҡтырыу лагеры урынлашҡан ауыл менән бәйләнеште ауырлаштыра ине. Ауыл янында – Покров-Эннатская монастыры. 2013-2016 йылдарҙа монастырға бөтә илдән 30 меңдән ашыу ғибәҙәт ҡылыусы килгән.
Объектта эштәр 2014 йылдың авгусында башланған. Уның хаҡы 30 миллион һум тәшкил иткән. Ике һыҙатлы автомобиль юлының оҙонлоғо – 0,5 саҡрым, күперҙең иһә 30 метр.
Рөстәм Хәмитов башҡарылған эштәрҙең сифатын баһаланы һәм район етәкселеге менән биләмәне үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика