12:44 (UTC+5), 29 Августа 2016

Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайын «Арғымаҡ» этно-төркөмө лидеры етәкләне

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетынң матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайын музыкант, «Арғымаҡ» этно-төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов етәкләне. Сибайҙа «Башҡорт халҡы Рәсәйҙең именлеге һәм сәскә атыуы өсөн» төбәк-ара форумы сиктәрендә ойошманың ойоштороу съезы уҙҙы. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Урал аръяғына республика райондарынан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, Татарстандан һәм Пермь крайынан вәкилдәр килде. Йәштәр яңы берекмәнең уставын ҡабул итте, башҡарма комитеттың составын раҫланы.
Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайын ойоштороу тураһында июнь айында Баймаҡ районында үткән «Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя» форумы барышында иғлан ителгәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика