06:06 (UTC+5), 23 Августа 2016

Өфөлә мәктәптәр һәм баҡсалар балаларҙы ҡабул итеүгә 99 процентҡа әҙер

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә мәктәптәр һәм баҡсалар балаларҙы ҡабул итеүгә 99 процентҡа әҙер. 25 авгусҡа белем биреү учреждениеларында ремонт эштәре 100 процентҡа тамамланасаҡ. 23 августа ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова ошо хаҡта белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, 80 бинаны — 36 мәктәпте, 40 балалар баҡсаһын һәм дүрт өҫтәмә белем биреү учреждениеһын капиталь ремонтлау өсөн ҡала бюджетынан 100 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Бынан тыш, юл-транспорт хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бүленде. Әҙерлек осоронда мәктәптәр янында 300 юл билдәһе, 10 светофор ҡуйылған һәм 16 мең квадрат метр юл тамғалары һыҙылған. Быйыл мәктәптәр һәм балалар баҡсалары өсөн ике тапҡырға тиерлек күберәк дәреслектәр һәм уйынсыҡтар һатып алынған.
2016 йылда 12,2 мең уҡыусы беренсе класҡа бара, тип билдәләне Елена Хаффазова. Ҡалала бөтәһе 107,1 мең уҡыусы белем ала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика