07:13 (UTC+5), 22 Августа 2016

Өфөлә «Башинформ» агентлығына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Виктор Журавлев вафат булды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Башинформ» агентлығына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Виктор Журавлев 66-сы йәшендә вафат булды.
Виктор Игнатьевич Журавлев — журналист, китаптар, очерктар һәм мәҡәләләр авторы. 1951 йылдың 6 февралендә БАССР-ҙың Бүздәк районы Сергеевка ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған. 1971-1975 йылдарҙа «Советская Башкирия» гәзите хәбәрсеһе булып эшләй, 1975-1978 йылдарҙа — БДПИ-ның тарих кабинеты мөдире. 1978-1996 йылдарҙа Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтен етәкләй, эске хеҙмәт подполковнигы була.
1990 йылда журналистар Виктор Журавлев, Сергей Спатар, Юрий Агров, Борис Христов, Владислав Колокольников, Сергей Бекасов «Версия» гәзитен ойоштора. 1992-1996 йылдарҙа Виктор Журавлев — «Версия» мәғлүмәт хоҡуҡи агентлығының генераль директоры. 1995 йылда уның нигеҙендә «Башинформ» агентлығы булдырыла. 1996-2010 йылдарҙа Виктор Игнатьевич «Башинформ» мәғлүмәт агентлығын етәкләй.
«Башинформ» агентлығы коллективы уның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. Мәрхүм менән бәхилләшеү 22 августа, көндөҙгө сәғәт 12-лә Раштыуа Алла анаһы ҡорамында үтә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика