15:53 (UTC+5), 19 Августа 2016

2017 йылғы Берҙәм дәүләт имтиханы расписаниеһы билдәле булды

Рособрнадзор сайты
Рособрнадзор сайты
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2017 йылғы Берҙәм дәүләт имтиханы расписаниеһы билдәле булды. Төп этап 26 майҙан 30 июнгә тиклем уҙа. 14 марттан 7 апрелгә тиклем имтиханды ваҡытынан алда тапшырырға мөмкин. Расписаниеның проектын Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт әҙерләгән.
Имтихандарҙы ваҡытынан алда һәм төп этапта тапшырырға була. Үткән йылдағы кеүек үк «июль тулҡыны» ҡаралмаған.
Ғәҙәттәгесә, йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы өсөн айырым көн билдәләнгән.
Бынан тыш, айырым уҡыу предметтары буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын һәм дәүләт сығарылыш имтиханын үткәреү өсөн резерв ваҡыт менән бер рәттән бөтә фәндәр буйынса имтихан үткәреү өсөн өҫтәмә резерв көн ҡаралған. Ул теге йәки был сәбәп буйынса төп йә иһә резерв көндә ҡатнаша алмаған уҡыусылар өсөн кәрәк.
31 авгусҡа тиклем ведомство repina@obrnadzor.gov.ru электрон адресына расписаниеның проектына тәҡдимдәр ҡабул итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика