ӨФӨ, 2016 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 16 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы президенты Филип МакКейб менән
осрашты. Яҡтар республикала умартасылыҡты үҫтереү, шулай уҡ Өфөлә «Апимондия» халыҡ-ара конгресын үткәреү мөмкинлектәрен тикшерҙе.