Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
10:59 (UTC+5), 15 Августа 2016

Рөстәм Хәмитов Милли музейға генерал Миңлеғәле Шайморатовтың Ҡыҙыл Йондоҙ орденын тапшырҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 15 августа Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың Ҡыҙыл Йондоҙ орденын Башҡортостандың Милли музейына тапшырыу тантанаһы булды. Музей директорына легендар комдивтың наградаһын һәм Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы тураһындағы архив материалдарын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тапшырҙы.
– Бөгөн бик әһәмиәтле көн, ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға. Бөгөн танылған яҡташыбыҙ Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовҡа 117 йәш тулған булыр ине. Был көндә баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡы – генералдың Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, шулай уҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы тураһындағы архив документтары Милли музейыбыҙға мәңгелеккә һаҡлауға тапшырыла, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөнгө ваҡиға – тарихи дөрөҫлөктө онотмау, уны һаҡлау буйынса тағы ла бер мөһим аҙым. Ул Ватан геройҙарының яҙмышын өйрәнеү өсөн яңы стимул буласаҡ. Ошо мөһим эштә беҙгә Рәсәйҙең Оборона министрлығы һәм Мәҙәниәт министрлығы, тиҫтәләрсә эҙәрмән отрядтары ярҙам итә.
Шайморатов тураһында архив документтарын эҙләүҙә Башҡортостанда тыуып үҫкән, хәҙер иһә Рәсәй Президентының дәүләт наградалары буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Рөстәм Латипов ҙур ярҙам күрһәтте, тип билдәләне республика Башлығы. Ул мәҙәниәт министры Владимир Мединский менән Өфөгә килгән ваҡытта республикаға генералдың Ҡыҙыл Йондоҙ орденын һәм документтарын тапшырҙы.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ бөгөн Милли музейҙа асылған «Шайморатов генерал» күргәҙмәһе менән танышты. Унда генералдың шәхси документтары һәм архивтан алынған фотоһүрәттәре ҡуйылған.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов (1899-1943) 1-се Айырым квалерия полкына, 1941 йылдың декабрь айынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына етәкселек итә. Дивизияның 3860 яугире орден-миҙалдар менән бүләкләнгән, шуларҙың 78-е – Советтар Союзы Геройҙары, бишәүһе – Дан орденының тулы кавалерҙары. Комдив үҙе ике Ҡыҙыл Байраҡ орденына, Ҡыҙыл Йондоҙ орденына һәм миҙалдарға лайыҡ булған. 1943 йылдың февралендә Ворошиловград (хәҙер – Луганск) янындағы һуғышта батырҙарса һәләк була.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика