07:31 (UTC+5), 12 Августа 2016

Башҡортостанда көслө йәшен булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Уҙған төндә Башҡортостанда көслө йәшен йәшнәне. Өфөлә йәшәүселәр билдәләүенсә, ҡалала йәшен быйылғы ҡоро йәй өсөн айырыуса көслө булды. Күк күкрәүҙән машиналарҙың сигнализацияһы эшләп китте, хатта күҙҙәрҙе йомған килеш тә ялағай уйнауын һиҙергә мөмкин ине.
Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында төндә һәм иртән көньяҡ-көнбайыштан республиканың үҙәк өлөшөнә йылы фронт күсеүен раҫланылар. Өфөлә, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Бөрө, Архангел, Дүртөйлө райондарында йәшен йәшнәгән. Яуым-төшөм бик аҙ, йә иһә бөтөнләй булмаған. Яҡын көндәрҙә тотороҡһоҙ һауа шарттары һаҡлана, урыны менән йәшен йәшнәүе ихтимал, тип билдәләй Башгидромет белгестәре.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика