10:46 (UTC+5), 12 Августа 2016

Башҡортостан журналистары халыҡ-ара тематикаға арналған конкурста ҡатнаша ала

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 12 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың йәш журналистары Рәсәйҙең халыҡ-ара эштәр буйынса советы конкурсында ҡатнаша ала. Бәйге «Интерфакс» мәғлүмәт агентлығы һәм «Россия в глобальной политике» журналы ярҙамында Рәсәйҙең Журналистар союзы, «Международная жизнь» журналы менән берлектә уҙғарыла. Приз фонды 250 мең һум тәшкил итә.
Конкурста илдәге баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт сараларының 35 йәшкәсә штаттағы һәм штаттан тыш хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала. 2016 йылдың 1 ғинуарынан 1 ноябренә тиклем донъя күргән эштәр ҡабул ителә. Еңеүселәр «Аналитик мәҡәлә», «Интервью», «Репортаж», «Йәш журналист» (22 йәшкә тиклем) номинациялары буйынса билдәләнә. Быйыл «Мультимедиа» (аудио- һәм видео материалдар) тигән яңы номинация булдырылған.
Еңеүселәргә аҡсалата приздар һәм иҫтәлекле билдәләр тапшырыла. Ғаризалар 2016 йылдың 1 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт ойоштороусыларҙың сайтында бирелгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика