Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.59
+0.63
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2016, 10:59

Мәләүездәге «Спартак» стадионы Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан тәүге юбилей объекты буласаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 11 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Мәләүездәге «Спартак» стадионы Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан тәүге юбилей объекты буласаҡ. Республика Башлығы 2005 йылда уҡ төҙөкләндереү өсөн ябылған спорт объектын ҡараған саҡта ошо хаҡта белдерҙе.
1960 йылда төҙөлгән стадион СССР халыҡтары Спартакиадаһы, спидвей буйынса СССР чемпионаты, футбол, еңел атлетика, уҡтан атыу буйынса республика ярыштары кеүек сараларҙы ҡабул иткән. Әммә бына 10 йылдан ашыу буш тора һәм емерелә.
2014 йылда стадионды төҙөкләндереү проекты башҡарылған, быйыл март айында дәүләт экспертизаһының ыңғай һөҙөмтәһе алынған. Реконструкция административ-көнкүреш корпусын төҙөүҙе, яһалма футбол майҙанын булдырыуҙы, йүгереү юлын һалыуҙы, 500 урынлыҡ трибунаны, яҡтыртыуҙы, ҡоймалауҙы һәм төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Төҙөлөш эштәренең һәм ҡорамалдарҙың дөйөм хаҡы 83 миллион һум тәшкил итәсәк.
Объектта эштәр 2015 йылда башланған. Административ-көнкүреш корпусының нигеҙе һәм тәүге ҡаты һалынған.
– Эшләргә кәрәк. Башланғыс бар, әйҙәгеҙ, улай булғас, уны юбилей объекты итеп планлаштырайыҡ. Бында барыһы ла яҡшы кимәлдә булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов, стадиондың һыйҙырышлығын арттырыу кәрәклеген билдәләп.
Читайте нас: