07:18 (UTC+5), 08 Августа 2016

Рөстәм Хәмитов Тәтешле, Балтас һәм Борай райондары активы менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Балтас, Борай һәм Тәтешле райондары активы менән осрашыу үткәрҙе. Унда биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.
Төбәк иҡтисады заман талаптарын үтәй, тип билдәләне республика етәксеһе.
– Улар – тәүге ярты йыллыҡтағы яҡшы һалым килемдәре. Ил Президентына хәбәр иттем, ул беҙҙе хуплай, республикаға ҡарата мөнәсәбәте яҡшы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Сәнәғәт етештереүе индексы – 100 проценттан ашыу. Инвестициялар буйынса ҙур, ҡатмарлы программаларҙы дауам итәбеҙ. Әммә беҙ ҡабул иткән бөтә йөкләмәләрҙе үтәйбеҙ. Социаль мәсьәләләрҙе юғары кимәлдә хәл итеүебеҙ хаҡында ла һөйләнем, сөнки кешеләр тураһында хәстәрлек – беҙҙең төп бурысыбыҙ.
Төбәк Башлығы «Башҡортостандың 100 йыллығына– 100 яңы объект» проектын тормошҡа ашырырға тәҡдим итеүе хаҡында иҫкә төшөрҙө.
– Улар – мәктәптәр, дауаханалар, газ, һыу үткәргестәр, социаль объекттар. Яҡын арала ошо программаны ҡабул итәсәкбеҙ. Һәр район, ҡала, муниципалитет ниндәй социаль объекттар төҙөргә кәрәклеген билдәләргә тейеш. Быға балалар баҡсаһындағы ҡыйыҡты йәки күтәрмәне ремонтлау инмәй. Һәйбәт, сифатлы, ҙур объекттар хаҡында һүҙ бара, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. – Борай районы башлығы менән бында ниндәй эштәр башҡарырға мөмкин булыуын тикшерҙек. Мәҫәлән, һыу менән тәьмин итеү системаһы. Был проблемаға тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ул арзан түгел, ләкин өс йылда мәсьәләне хәл итергә мөмкин.
Рөстәм Хәмитов фекеренсә, эшҡыуарҙарҙы ошо эшкә әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк.
– Предприятиеларыбыҙ араһында «Газпром нефтехим Салауат» инвестициялар буйынса айырыуса яҡшы эшләй. Уларҙың программалары – 120 миллиард һумдан ашыу. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, Сибайҙа, Хәйбулла районында эшләгән предприятиелар буйынса һөҙөмтәләр һәйбәт. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе лә шулар иҫәбендә. Бер нисә оборона предприятиеһы үҫешә. Әммә был ғына аҙ, – тип билдәләне төбәк Башлығы. – Сәнәғәтселәр яғынан инвестициялар кәрәк. Шуға күрә юбилейға әҙерлеккә уларҙы мотлаҡ йәлеп итәсәкбеҙ. Яңы объекттар төҙөү, иҫкеләрен яңыртыу, эш урындары булдырыу буйынса эштәр буласаҡ.
Республика етәксеһе фекеренсә, Башҡортостанда тыуып үҫкән илебеҙ эшҡыуарҙары ла проектты финанслау сығанағы була ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика