07:19 (UTC+5), 05 Августа 2016

Республикала иң яҡшы 10 комбайнсыға автомобиль тапшырыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Урып йыйыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың иң яҡшы 10 комбайнсыһы автомобиль менән бүләкләнә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов журналистарға белдереүенсә, улар үҙебеҙҙә етештерелгән «Нива» һәм «Лада Гранта» автомобилдәре буласаҡ.
«Райондарҙа ашлыҡтың уңышы төрлөсә булғанлыҡтан, иң яҡшы комбайнсыларҙы баһалағанда тәү сиратта һуғылған ашлыҡ күләменә түгел, һуғылған майҙанға иғтибар итәсәкбеҙ», — тине вице-премьер.
Бөгөнгә йылдың иң яҡшы комбайнсылары исемлегендә Саҡмағош, Стәрлетамаҡ, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле, Шишмә һәм Бәләбәй райондары вәкилдәре бар.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Баҫыу көнө-2016» республика семинар-кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов иң яҡшы комбайнсыларҙы бүләкләргә тәҡдим итте. Сара 21-23 июлдә Стәрлетамаҡ районында уҙҙы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика