07:51 (UTC+5), 05 Август 2016

Өфөнөң рәсми пляждары эшкәртелгән һәм хәүефһеҙ — «112» ҡотҡарыу хеҙмәте

Өфөнөң «112» ҡотҡарыу хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. «112» ҡотҡарыу хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфөләге ун рәсми ял итеү урындары эшкәртелгән һәм хәүефһеҙ. Һыу инеү миҙгеле башланыр алдынан барлыҡ пляждарҙа ла дератизация, дезинфекция һәм зарарһыҙландырыу үткәрелгән, һыу ятҡылыҡтарының төбө тикшерелгән һәм таҙартылған.
Ай һайын Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡаланың һыу ятҡылыҡтарын тикшерә. Июлдә күрһәткестәр нормаға ярашлы булған. Әле 2 августа алынған һыуҙың сифаты тикшерелә, һуңынан һөҙөмтәләр иғлан ителәсәк.
Быйыл баш ҡалала «Ҡояшлы», «Сипайлово Сочиһы», «Ҡояш яры», «Ҡашҡаҙан», «Шарлауыҡ», «Ҡомло», «Ожмах яры», «Гольфстрим», «Матур» һәм «Карьер» пляждары эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика