05:02 (UTC+5), 03 Августа 2016

Төбәктә 15 кешегә эҫе ҡапҡан

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда көндәрҙең эҫе тороуы арҡаһында ашығыс медицина ярҙамы бригадаларын саҡырыу йышайған. Ун биш осраҡ эҫе ҡабыуға бәйле, шуларҙың алтауһы — балалар. Һуңғы дүрт көндә ете тапҡырға артҡан, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 29 июлдән 1 авгусҡа тиклем Өфөнөң тиҙ ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәттәр һаны 11 процентҡа күбәйгән. Шул уҡ ваҡытта йөрәк өйәнәгенә, артериаль баҫымдың күтәрелеүенә бәйле саҡырыуҙар артмаған. Йөрәк сирлеләр һәм гипертониктар, улар башлыса өлкән йәштәге кешеләр, эҫе көндә һаҡланыу саралары күрә, тип әйтергә мөмкин.
Бынан тыш, эҫе көндә ҡояшта яныуҙың бер осрағы теркәлгән. Зыян күреүселәрҙең барыһына ла тейешле медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика