07:05 (UTC+5), 22 Июня 2016

Республикала Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы ҡәҙерләп иҫкә алалар

Олег Яровиков, Айгөл Кирамова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә — Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндә Башҡортостанда ошо ҡот осҡос һуғышта һәләк булғандарҙы иҫкә алыу саралары үтә. 21 июндә киске сәғәт 10-да Еңеү паркындағы мемориаль комплексҡа сәскә һалыу тантанаһы булды. Башланғысты «Иртәгә һуғыш булды» дөйөм Рәсәй акцияһы сиктәрендә Рәсәй Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы тәҡдим иткән. Өфөлә ул Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре, ветерандар менән берлектә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары ҡатнашлығында үтте.
Төнгө сәғәт 12-лә «Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы» ойошмаһының әүҙем ағзалары Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 75 йыл тулыу уңайынан «Хәтер шәме» акцияһын үткәреү өсөн Ағиҙел йылғаһы яры буйына («Ватан» паркы янында) йыйылды. Акцияға теләгән һәр кем ҡушылды.
Бөгөн иртәнге сәғәт 6-ла «Хәтер иртәһе» акцияһы сиктәрендә Еңеү паркында теләүселәр Тыуған ил өсөн һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды һәм шәмдәр ҡабыҙҙы.
Өфөләге Еңеү паркында матәм саралары көнө буйына дауам итәсәк.
Республика Хәрби Дан музейында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 75 йыллығына арналған «Һуғыш шулай башланды» күргәҙмәһе эш башлай.
Милли йәштәр театры Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн «Барыһын да исемләп хәтергә төшөрәйек» тигән музыкаль-шиғри композиция тәҡдим итә. Сара театр алдында көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика