05:21 (UTC+5), 22 Июня 2016

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге 65 йыллығын билдәләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге 65 йыллығын билдәләй. 21 июндә Конгресс-холда ошо датаға арналған тантаналы йыйылыш булды. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, физика-математика фәндәре докторы, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Фәндәр академияһының Океанология институты директоры Роберт Ниғмәтуллин билдәләүенсә, Өфө ғилми үҙәге һуғыштан һуңғы йылдарҙа ойошторолған.
«Шуға ҡарамаҫтан, ошо ауыр йылдарҙа ил етәкселеге фән тураһында хәстәрлек күргән, — тине Роберт Ниғмәтуллин. — Был эште бөгөн дә дауам итергә кәрәк».
Ултырышта билдәләнгән тағы ла бер мәсьәлә — кадрҙар. Сығыш яһаусыларҙың фекеренсә, йәштәр әкренләп фәнгә килә башланы, әммә был ғына аҙ. Бөтөн өмөт — уларҙа.
Әлеге ваҡытта академиктың уртаса йәше — 76, ағза-корреспонденттың — 71.
Яҡын киләсәктә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәген үҙгәрештәр көтә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов 2015 йылда Өфө ғилми үҙәге институттарында яңы типтағы ғилми үҙәк — Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәген булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителеүен иҫкә төшөрҙө.
«Уның бурыстары — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенең мөһим проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән ғилми ойошмаларҙы берләштереү нигеҙендә донъя кимәлендәге тәрән һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреү, — тине Рөстәм Мәрҙәнов. — Башҡортостан ошондай берҙәм һәм ҡеүәтле ғилми үҙәк булдырыу менән ҡыҙыҡһына».
Белешмә. Бөгөн Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге — илдәге ҙур фундаменталь фән үҙәктәренең береһе, 14 ғилми-тикшеренеү институттарын һәм үҙәктәрен берләштерә. Унда 1600 кеше эшләй, улар иҫәбендә 170-кә яҡын фән докторы, 450-нән ашыу фән кандидаттары бар.
1 из 11
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика