ӨФӨ, 2016 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2020 йылға республикала «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы барлыҡҡа киләсәк. «Башинформ» агентлығында «Шүлгәнташ мәмерйәһендәге палеолит осоро һүрәттәрен һаҡлау һәм «Урал батыр ере»нең туристик инфраструктураһын үҫтереү» II Халыҡ-ара симпозиумына арналған матбуғат конференцияһында музейҙың проекты менән таныштырыу
булды. Ғилми форум 23-24 июндә Бөрйән районында «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы биләмәһендә уҙғарыла.