Ике йыл элек «Беҙҙең киләсәк» фонды аҡсаһына «Мөмкинлектәре сикләнмәгәндәр» документаль фильмы
төшөрөлдө. Унда инвалидтарҙың белем алыуҙары, спорт менән шөғөлләнеүҙәре, әүҙем тормошҡа йәлеп ителгәндәре хаҡында бәйән ителә. «Параллель донъялар» ҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешегә ҡарата дөрөҫ, толерантлы мөнәсәбәт тәрбиәләүсе фильм булараҡ республиканың барлыҡ мәктәптәрендә, шулай уҡ республика Башлығы Хакимиәтендә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, «Бөтә Өфө» телеканалында, «Родина» кинотеатрында күрһәтеләсәк.