ӨФӨ, 2016 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 16 июндә Республика йортонда дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы
уҙҙы. Хөкүмәт наградаларын һәм маҡтаулы исемдәрҙе Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов тапшырҙы. Ул бүләкләнеүселәргә Рөстәм Хәмитов исеменән намыҫлы хеҙмәттәре, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.