05:27 (UTC+5), 16 Июня 2016

Баш ҡалалағы үҙәк скверҙы тирәк мамығы баҫҡан

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөләге Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге скверҙы тирәк мамығы баҫҡан. Ҡала халҡы бында балалары менән ял итергә ярата. Әммә тирәк мамығы уларға ныҡ ҡамасаулай.
«Бөгөн халыҡ араһында аллергия менән яфаланыусылар бик күп. Телевидение аша рекламаланған препараттарҙың береһе лә аллергияны дауаламай. Улар аллергия билдәләрен генә кәметә: күҙҙәр йәшләнмәй, танау ҡысытмай», — тине 50-се ҡала поликлиникаһының табип-терапевы Рәмил Насретдинов.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, «июнь аҙағында тирәк мамығы янғын сығыуға сәбәп була ала — балалар шаярып, йыш ҡына мамыҡ өйөмдәренә ут төртә. Һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө лә ҙур бәләгә килтереүе ихтимал. Шуға күрә беҙ халыҡты һаҡ булырға саҡырабыҙ. Тирәк мамығы менән көрәшеү ысулдарының береһе — уны еүешләү. Ихаталарға килгәндә, биләмәне һыу һибеп таҙартырға кәрәк. Балалар майҙансығында иһә ата-әсәләргә уяу булыу һәм балаларҙың шаярыуына юл ҡуймау мөһим».
Алдан хәбәр ителгәнсә, 12 июндә баш ҡалала Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге сквер асылды. Тантана Рәсәй көнө, Ҡала көнө һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө уңайынан ойошторолдо.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика