04:58 (UTC+5), 15 Июня 2016

Синоптиктар был аҙнала көндәрҙең эҫе буласағын фаразлай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Синоптиктар фаразлауынса, был аҙнала Башҡортостанда көндәр йәйгесә йылы торасаҡ. Һауа температураһы яйлап ҡына күтәреләсәк, көндөҙ 30 градусҡа тиклем. Республиканың ҡайһы бер райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, төбәктең күпселек өлөшөндә яуым-төшөм көтөлмәй.
Шаршамбы, 15 июндә, һауа температураһы төндә 11-16 градус тәшкил итәсәк, төньяҡ һәм таулы райондарҙа +6 градусҡаса, көндөҙ 27 градусҡа тиклем. Кесаҙна, 16 июндә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Төндә шулай уҡ 11-16 градус, төньяҡ һәм таулы райондарҙа +6 градусҡа тиклем. Көндөҙ иһә 27 градус һәм юғарыраҡ.
Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, июндең икенсе декадаһында Башҡортостанда көндәр йылы торасаҡ. Уртаса һауа температураһы күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән ике градусҡа юғарыраҡ булмаҡсы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика