Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2016, 11:34
Өфөләрҙе «Иртәгә һуғыш булды» дөйөм Рәсәй акцияһына ҡушылырға саҡыралар
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 21 июндә киске сәғәт 10-да баш ҡаланың Еңеү паркындағы мемориаль комплексҡа сәскә һалыу була. Башланғысты «Иртәгә һуғыш булды» дөйөм Рәсәй акцияһы сиктәрендә Рәсәй Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы тәҡдим иткән. Өфөлә ул Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре, ветерандар менән берлектә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары ҡатнашлығында үтә.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе Айрат Халиҡов билдәләүенсә, сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Үҙең менән шәмдәр һәм сәскәләр алыу мотлаҡ. Акцияла ҡатнашыу тураһында 279-47-05 телефоны буйынса хәбәр итергә кәрәк.
Теги:
хәтер
акциялар
Читайте нас