09:32 (UTC+5), 14 Июня 2016

Өфөлә «Былау культы» хәйриә аш-һыу байрамында 200 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды

Алена Мәхмүтова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Былау культы» хәйриә аш-һыу байрамында 200 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сара Рәсәй көнөндә «Ватан» майҙанында «Былау культы» Бөтә Рәсәй хәйриә марафоны сиктәрендә ойошторолдо. Уның төп бурысы — Көнсығыш аш-һыуын популярлаштырыуҙан тыш, мохтаж кешеләргә ярҙам итеү, балаларҙы дауалауға аҡса йыйыу.
Фестивалдә 15 команда, популяр Көнсығыш аш-һыуҙарының береһен әҙерләү оҫталары ҡатнашты. Өфөнөң иң яҡшы ресторандары командаһында баш ҡаланың билдәле кешеләре бер майҙанда осрашты. Бәйгелә ҡатнашыусылар араһында «Мәрхәмәт» фонды попечителдәре Гөлшат Хәмитова, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡорт опера һәм балет театры директоры Илмар Әлмөхәмәтов бар ине. Һәр команда төрлө рецепт буйынса былау бешерҙе. Байрамда татлы Ташкент, андижан, Фирғәнә, үзбәк былауын ауыҙ итергә мөмкин булды. Уларҙың оҫталығын билдәле концепт-шеф, блогер Хәким Ғәниев, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова, Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева, блогер Рәис Ғәбитов баһаланы.
Сараның координаторы Регина Штягина хәбәр итеүенсә, бөтәһе 225450 һумлыҡ 1503 порция былау һатылған. Йыйылған аҡса церебраль фалиж менән яфаланған 11 йәшлек Юлиә Юлдыбаеваны һәм быума сирле Сева Слюнинды дауалауға йүнәлтелә.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика