15:16 (UTC+5), 14 Июнь 2016

Быйыл туғыҙынсы класс уҡыусылары Төп дәүләт имтиханын былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ биргән — Мәғариф министрлығы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл Башҡортостанда туғыҙынсы класс уҡыусылары Төп дәүләт имтиханын былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ биргән. Математика буйынса имтихан һөҙөмтәләрен тикшереп, Башҡортостан Мәғариф министрлығы эксперттары «икеле» алыусылар һиҙелерлек кәмегән тип белдерә. Ошо фәндән һынау тотҡан 36 меңдән ашыу кешенең 1875-е эшен «икеле» билдәһенә яҙған. 19 меңдән ашыуы — «дүртле», 4,6 мең самаһы уҡыусы «бишле» алған. Предметтар буйынса апелляция срогы республиканың мәғариф ведомствоһы сайтында баҫылған. Апелляцияны ҡарағанда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған уҡыусы һәм уның ата-әсәһе, шулай уҡ йәмәғәт күҙәтеүселәре ҡатнаша ала.
Яҡын арала рус теленән һөҙөмтәләр билдәле була. Ваҡытында имтихан тапшыра алмағандар 15,17 һәм 21 июндә һынау тота.
Быйыл Башҡортостанда бөтәһе 36 меңдән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусыһы Төп дәүләт имтиханын тапшырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика