11:42 (UTC+5), 09 Июня 2016

Мәғариф министрлығында — яңы министр урынбаҫары

Башҡортостан Мәғариф министрлығы сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән Филүс Минәзев республиканың мәғариф министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында баш белгес, кәңәшсе вазифаһын биләгән.
Филүс Хәмитйән улы Минәзев 1972 йылда тыуған. Юғары белемле. 1994 йылда — Башҡорт дәүләт педагогия институтын (физика һәм математика белгеслеге), 2007 йылда Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда Илеш районы Үрге Йәркәй урта мәктәбендә математика һәм информатика уҡытыусыһы булараҡ башлаған. 1995 йылда — Илеш районы халыҡ депутаттары Советында баш белгес, 1996 йылда — Илеш урта мәктәбе директоры, 2001 йылда — Ҡәҙер ауыл хакимиәте башлығы, 2006 йылда — Үрге Йәркәй ауылының 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры. 2008 йылдан алып әлегә тиклем Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында эшләгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика