Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.75
+0.22
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2016, 12:22

Фин тыңлаусыһы «Маяк Башҡортостан» радиоһы сигналын ҡабул иткән

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Хельсинкиҙан (Финляндия) алыҫ түгел урынлашҡан Эспоо ҡалаһынан радио тыңлаусы Джим Солатие 106.7 мегагерц йышлығында Стәрлетамаҡтан «Маяк» радиоһы сигналын ҡабул иткән. Был хаҡта ул «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына ебәргән хатында белдергән.
«Мин бында, Финляндияла, һеҙҙең радиостанцияны тыңлайым. Был минең өсөн бик ҡыҙыҡ. Һеҙҙең менән эфирҙа осрашыуыма шатмын», — тип яҙған Джим Солатие һәм радиотапшырыуҙарҙың бер нисә өлөшөн һалған.
Бөтә тыңлаусылар ҙа радиостанцияларҙан ҡабул итеүҙе раҫлаған мәғлүмәттәр йыя, тип хәбәр итте ул. Был уларға конкурстарҙа ҡатнашыу һәм төрлө клубтарҙан дипломдар алыу хоҡуғын бирә.
Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының төбәк филиалында сигналды ҡабул итеү факты раҫланды. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының баш инженеры Сергей Буйвалов әйтеүенсә, «донъяла тыңлаусылар үҙҙәренең ҡыҫҡа тулҡынлы радиоалғыстарын төрлө йышлыҡтарға көйләй. Шулай итеп, Стәрлетамаҡта «Маяк» радиоһы тапшырыуҙары өсөн файҙаланылған 106.7 мегагерц йышлығы Финляндияға ла барып етте».
Өфөлә «Маяк» радиоһын — 100,6 FM, Стәрлетамаҡта 106,7 FМ йышлыҡтарында тыңларға мөмкин.
Читайте нас: