11:13 (UTC+5), 09 Июня 2016

Башҡорт дәүләт медицина университетында яңы психотерапия кафедраһы асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡорт дәүләт медицина университетында психотерапевтар әҙерләү буйынса яңы кафедра асылды. Юғары уҡыу йортоноң Ғилми советында ошо хаҡта ҡарар ҡабул ителде. Өфөлә үткән VI Социаль психиатрия һәм наркология буйынса милли конгресында Башҡортостан Башлығы әлеге йүнәлештәге белгестәр әҙерләргә ҡушҡайны.
Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Дәүләт Йыйылышы депутаты Валентин Павлов фекеренсә, психик сәләмәтлек, күңел торошо проблемалары — хәҙерге йәмғиәт өсөн бик мөһим. Стресс, урбанизация, коммуникатив мөмкинлектәр, виртуаль донъяға күсеү — быларҙың барыһы ла төрлө проблемаларға килтерә, улар йәштәрҙә, урта йәштәге кешеләрҙә кире сағылыш таба. Һөҙөмтәлә психик сирле пациенттар күбәйә.
Ректор әйтеүенсә, яңы кафедра ҙур фәнни эште дауам итәсәк һәм ошо өлкәлә тәжрибә мәктәбен ойошторасаҡ. Милли конгресс барышында профессор Владимир Юлдашев, профессор Лилиә Вәлиуллина һалған нигеҙҙәр (хәҙер Илгиз Тимербулатов дауам итә) Рәсәй һәм сит ил белгестәренең юғары баһаһына лайыҡ булды.
«Был йүнәлеш бик мөһим. Республиканың бөтә табиптары һәм тар белгестәр ошо йүнәлештә эшләү өсөн заманса белемгә һәм тәжрибәгә эйә булырҙар, тип ышанабыҙ. Юғары уҡыу йорто иһә психиатрия, психотерапия һәм клиник психология өлкәһендә ғилми ҡеүәтте үҫтереү өсөн ҡеүәтле ҡорал аласаҡ», — тип иҫәпләй Валентин Павлов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика