07:29 (UTC+5), 02 Июня 2016

Бөгөн төбәктә 18,5 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы математика буйынса база кимәлендәге БДИ тапшыра

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн Башҡортостанда 18,5 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы математика буйынса база кимәлендәге Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра. Был — мотлаҡ тапшырылырға тейешле ике предметтың береһе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы ике кимәлгә бүленде. Аттестат алыу өсөн сығарылыш уҡыусылары база, ә юғары уҡыу йортона инеү өсөн профилле имтихан бирә. Имтиханда линейка менән генә файҙаланырға мөмкин.
Республикала 104 имтихан ҡабул итеү пункты асылған.
Быға тиклем ун беренсе класс уҡыусылары рус теленән, әҙәбиәттән һәм географиянан дәүләт һынауын тапшырҙы. Имтихандар ваҡытында хоҡуҡ боҙоуҙар булманы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәғариф министрлығында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика