Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2016, 12:46

Башҡортостанда 39,5 мең самаһы туғыҙынсы класс уҡыусыһы математика буйынса Төп дәүләт имтиханын тапшыра

ӨФӨ, 2016 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн Башҡортостанда 39,5 мең самаһы туғыҙынсы класс уҡыусыһы математика буйынса Төп дәүләт имтиханын тапшыра. Шуларҙың өс меңгә яҡыны дәүләт сығарылыш имтиханын бирә, улар — һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар, тип хәбәр иттеләр Мәғариф министрлығында. Имтихан үткәреү өсөн 240 имтихан тапшырыу пункты йәлеп ителгән.
Төп дәүләт имтихандары 26 майҙан 21 июнгә тиклем уҙа. Икенсе мотлаҡ фән — рус теле, уны туғыҙынсы класс уҡыусылары 3 июндә яҙа. Резерв көндәр — 15, 17, 21 июнь.
Быйыл республикала 36 меңдән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусыһы төп дәүләт имтиханын тапшыра.
Читайте нас