07:43 (UTC+5), 27 Мая 2016

Республикала 2800-ҙән ашыу кеше әҙәбиәт һәм география буйынса БДИ тапшыра

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн илдә Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың төп этабы башланды. Республикала 2800-ҙән ашыу кеше әҙәбиәт һәм география буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра. Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Минекәева әйтеүенсә, 459 уҡыусы — әҙәбиәтте, 1367-һе географияны һайлаған.
«Республикала 65 имтихан тапшырыу пункты асылған, шулай уҡ берәү — холоҡ төҙәтеү колонияһында һәм берәү өйҙә һынау бирә, — тип хәбәр итте Жанна Минекәева. — Берҙәм дәүләт имтиханы барышын федераль һәм Башҡортостан күҙәтеүселәре, Санкт-Петербургтан һәм Ҡурған өлкәһенән ике федераль эксперт, Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт вәкиле күҙәтә».
Бынан тыш, барлыҡ имтихан ҡабул итеү пункттарында күҙәтеү камералары һәм мобиль бәйләнеште өҙөү системалары ҡуйылған.
Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханының төп тулҡынында 20 800-ҙән ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы ҡатнаша.
30 майҙа иһә сығарылыш класс уҡыусылары рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика