11:21 (UTC+5), 27 Май 2016

«Рәсәй Башҡортостан» телеканалы журналистары «Рус йыһанын» яуланы

«Башҡортостан» ДТРК-һы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Башҡортостан хәбәрҙәре» тапшырыуының ижади төркөмө Һамарҙа үткән «Рус йыһаны» беренсе медиаконкурсында еңеүсе булды.
«Репортаж» номинацияһында хәбәрсе Алина Каматова менән оператор Юрий Ефремовтың яҡташыбыҙ, кинооператор Мәхмүт Рафиҡовҡа арналған «Күҙгә күренмәҫ кеше» исемле эше иң яҡшыһы тип танылды.
Мәхмүт Рафиҡов уҙған быуаттың икенсе яртыһындағы төп тарихи ваҡиғаларҙы — тәүге тапҡыр водород бомбаһын һынауҙы, кешенең йыһанға осоуын төшөргән. Бер фотоһүрәт аҫтында ла уның исеме күрһәтелмәй, ҡырҡ йыл буйына сер итеп һаҡлана. Ошоларҙың барыһын да Алина Каматоваға ғына күрергә насип булды.
«Был — минең өсөн көтөлмәгән хәл. Эшеңде конкурсҡа ебәргән саҡта һәр саҡ еңеүгә өмөтләнәһең, әммә мин беренсе урын алырмын тип уйламаным. Мәхмүт Мөхәмәтйән улы «Күҙгә күренмәҫ кеше» генә түгел, ул – легендар кеше, шуға күрә тапшырыу ҡыҙыҡлы килеп сыҡты», — тип һөйләне Алина Каматова.
Конкурсҡа бөтәһе ике йөҙҙән ашыу эш килгән. Улар араһында репортаждар, очерктар, документаль фильмдар бар. Ижади бәйгене ойоштороусыларҙың береһе — Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы холдингы.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика