Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2016, 12:01
Республикала 31 меңдән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусыһы Төп дәүләт имтиханын тапшыра
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 26 майҙа туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп тулҡыны химия, әҙәбиәт, йәмғиәтте өйрәнеү һәм информатика буйынса имтихандарҙан башлана. Башҡортостанда 31 меңдән ашыу уҡыусы ошо предметтар буйынса һынау тота.
Имтихандарҙы үткәреү формаһы Берҙәм дәүләт имтиханына оҡшаш. Бары тик һөҙөмтәләр биш баллы системаға күсерелә һәм тейешле баһа аттестатҡа ҡуйыла.
Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Минекәева әйтеүенсә, республикала 159 имтихан ҡабул итеү пункты асылған. Быйыл 36 692 туғыҙынсы класс уҡыусыһы Төп дәүләт имтиханын тапшыра.
Йома, 27 майҙа, әҙәбиәт һәм география буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы башлана.
Теги:
белем биреү
төп дәүләт имтиханы
Читайте нас: