10:33 (UTC+5), 26 Мая 2016

Өфөлә 45 ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 26 майҙа Өфөлә Хөкүмәт йортонда күп балаларҙы бүләкләү тантанаһы булды. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов 45 гүзәл затҡа «Әсәлек даны» миҙалын һәм аҡсалата премия тапшырҙы.
Республикала биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындарҙы бүләкләү традицияһы 1998 йылда булдырыла. «Әсәлек даны» миҙалына сәләмәт тормош алып барған, балалар тәрбиәләүҙә өлгө булып торған күп балалы әсәләр тәҡдим ителә. Бөгөн Башҡортостанда ете меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо маҡтау билдәһе менән бүләкләнгән.
Республиканың 20 ҡала һәм райондарынан килгән 45 әсә араһында хужабикәләр, уҡытыусылар, почтальондар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл эшсәндәре, шәхси эшҡыуарҙар бар. Мәҫәлән, Өфө районында йәшәгән Ирина Викулова үҙенең төп бурысы — әсә булыу һәм балалар тәрбиәләүҙән тыш, күсмә байрамдар ойоштороу менән шөғөлләнә. Ғаиләлә өс малай һәм ике ҡыҙ үҫә, өлкәне — студент, ҡалғандары — мәктәп уҡыусылары, иң бәләкәйенә өс йәш.
«Биш бала менән нисек барыһына ла өлгөрөп була икәнлеге хаҡында бер ҡасан да уйланмайым. Беҙ «бында һәм хәҙер» режимында йәшәйбеҙ. Һәр бала — айырым донъя, тормоштағы кеүек улар менән дә төрлө хәлдәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар була. Мөхәббәт кенә бихисап эштәр, проблемалар, көндәлек хәстәрҙәрҙе еңеп сығырға ярҙам итә. Һөйөп-һөйөлөп үҫкәнһең, уны башҡалар менән дә уртаҡлашаһың икән, барыһы ла еңел хәл ителә», — тип һөйләне күп балалы әсә.
«Һеҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ, был награда — тормошта иң ҡәҙерлеһе балалар икәнлеген таныу ул. Уларҙың кем булып үҫеүе тап һеҙҙән тора, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар. Һеҙгә балаларығыҙҙың изгелеген күреп йәшәүегеҙҙе теләйем», — тине Салауат Сәғитов, наградаларҙы тапшырып.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика