Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2016, 14:05
Синоптиктар төбәктә көндәрҙең эҫе тороуына бәйле янғын хәүефе тураһында иҫкәртә
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Был аҙнала Башҡортостанда көндәрҙең эҫе тороуына бәйле синоптиктар янғын хәүефенең юғары булыуы тураһында иҫкәртә.
«Көн 25-31 градусҡа тиклем йылына, яуым-төшөм көтөлмәй. Ошондай һауа торошо урмандарҙа янғын сығыу хәүефен арттыра, күпселек райондарҙа янғын хәүефе айырыуса юғары буласаҡ», — тип хәбәр иттеләр республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында.
Белгестәр фаразлауынса, ял көндәрендә үк республиканың төньяғында һауа температураһы түбәнәйә башлай. Төньяҡ райондарҙа йәшенле ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы, елдең көсәйеүе көтөлә.
Теги:
һауа торошо
башгидромет
Читайте нас