10:20 (UTC+5), 20 Мая 2016

Республикала талпандан зыян күргәндәрҙең һаны арта

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда талпандан зыян күргәндәрҙең һаны арта. Республика буйынса Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 19 майға талпандан тешләнгән 3753 кеше, шул иҫәптән 1249 бала медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Уҙған аҙнала ғына был һан 2496 (812 бала) тәшкил иткән.
Төбәктә талпан энцефалиты һәм боррелиоз менән сирләү осраҡтары теркәлмәгән.
Әммә Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында тикшерелгән 2756 талпандың 155-е энцефалит вирусы менән зарарланған. 212 бөжәктә боррелиоз сирен ҡуҙғытыусы вирус табылған.
Белгестәр тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡланыу сараларын күрергә — тәнде ҡаплаған махсус кейем кейергә һәм махсус препараттар ҡулланырға кәңәш итә. Талпан кешегә ҡаҙалғанда бер ниндәй ҙә ауыртыу һиҙелмәй, шуға күрә үҙеңде даими тикшереп торорға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика