11:57 (UTC+5), 20 Мая 2016

Өфөлә Башҡортостандың мәғариф министры һәләтле уҡыусыларҙы бүләкләне

автор фотоһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 20 майҙа Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар бүләкләнде. Һәләтле уҡыусыларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова тәбрикләне.
«Ошо форумда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләү минең өсөн ҙур мәртәбә һәм шатлыҡ, — тип мөрәжәғәт итте ведомство башлығы. — Быйылғы уҡыу йылында 53 уҡыусы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште: уларҙың 43-ө Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының һуңғы этабында еңеүсе һәм призер булды, 10-һы төрлө предметтар буйынса төбәк-ара һәм республика олимпиадаларында еңеү яуланы».
Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы һәләтле балаларҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарыла, тип билдәләне Гөлназ Шафиҡова.
Быйылғы уҡыу йылында республиканың олимпиада хәрәкәтендә 251 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Төбәк этабында 2353 кеше үҙҙәренең белемен күрһәтте, уларҙың 61-е — еңеүсе, 504-е призер булды. Һуңғы этапта төбәктән 116 йәш интеллектуал ҡатнашты. Улар 21 предметтың 17-һе буйынса еңеү яуланы. Айырыуса хоҡуҡ (бер еңеүсе, туғыҙ призер), технология (биш призер), экология (дүрт призер) буйынса йыйылма командалар уңышлы сығыш яһаны.
Башҡортостан уҡыусылары һуңғы биш йылда тәүге тапҡыр рус теле, тарих, астрономия буйынса призер булды.
Сара барышында уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһында миҙалдар яулаған мәктәптәр билдәләнде: Өфөләге 153-сө лицей, 64-се һәм 39-сы гимназиялар, Республика башҡорт лицей-интернаты, 3-сө лицей-интернат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
Шулай уҡ Өфөләге 28-се һуҡырҙар мәктәп-интернатының туғыҙынсы класс уҡыусыһы Илмир Исмәғилев һәм уның уҡытыусыһы Вәсилә Байкова билдәләнде. Ул хоҡуҡ буйынса миҙал һәм призер дипломын яулаған.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика