Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2016, 14:10

Башҡортостанда көндәр йылыта

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда йылы көндәр башлана. Республика гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы синоптиктары хәбәр итеүенсә, был аҙнала төбәктә йылы һауа торошо өҫтөнлөк итәсәк.
Һауа температураһы яйлап ҡына күтәреләсәк. Кесаҙна, 19 майҙа, төндә +5,+10 градус, көнсығыш райондарҙа ҡырау төшөүе, көндөҙ 19-24 градус йылы булыуы көтөлә. Алдағы көндәрҙә төндә +10, +15, көндөҙ +21, +26 градус. Урыны менән йәшенле ямғыр яуасаҡ. 20 һәм 21 майҙа ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы ихтимал.
Синоптиктар фаразлауынса, киләһе аҙнала һауа шарттары яҙғы баҫыу эштәрен тамамлау өсөн уңайлы буласаҡ.
Читайте нас