Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2016, 10:33

Игорь Щёголев һәм Рөстәм Хәмитов «ПРОФ-IT.2016» Бөтә Рәсәй төбәк һәм муниципаль мәғлүмәтләштереү форумында сығыш яһаны

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 16 майҙа Өфөләге Конгресс-холда Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Игорь Щёголев һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ПРОФ-IT.2016» Бөтә Рәсәй төбәк һәм муниципаль мәғлүмәтләштереү форумының пленар ултырышында сығыш яһаны.
Рәсәй Президенты ярҙамсыһы әйтеүенсә, импортты алмаштырыу мәсьәләһен хәл итеү иҡтисади хәүефһеҙлекте тәьмин итәсәк, ил иҡтисадына ла этәргес бирәсәк.
– Бында үҙ төбәктәрендә үҙенсәлекле булған проект әҙерләүселәр йыйыла. Форумда ҡатнашыусылар башҡаларҙан күреп, үҙҙәрендә лә шуны ҡуллана башлай. Шул рәүешле ваҡытты, сығымдарҙы экономиялай. Форумдың маҡсаты тап шуға ҡайтып ҡала, – тине Игорь Щёголев.
– Ошо көндәрҙә Өфө төбәк һәм муниципаль мәғлүмәтләштереү өлкәһендә инновация проекттары менән таныштырыу, уларҙы үҫтереү өсөн төп майҙансыҡҡа әүерелде. Конкурс йомғаҡтары буйынса иң яҡшы тип табылған эштәр дәүләт идара итеүенең һөҙөмтәлелеген арттырыуға, халыҡҡа, эшҡыуарлыҡҡа электрон хеҙмәттәр һәм сервистар тәҡдим итеүгә, электрон белем биреүҙе үҫтереүгә ярҙам һәм башҡа бик күп бурыстарҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостан – илдә йәмғиәт эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләренә мәғлүмәт технологияларын индереү программаһын тырышып тормошҡа ашырған төбәктәрҙең береһе.
Республика Башлығы Башҡортостандың ошо өлкәләге ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, өс йыл эсендә электрон дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланыусылар 500 меңдән 2,5 миллион кешегә тиклем артты. Мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында электрон белем биреү программаһы әүҙем индерелә. «Асыҡ республика» проекты уңышлы эшләй.
«ПРОФ-IT» Бөтә Рәсәй төбәк мәғлүмәтләштереү проекттары конкурсы дүртенсе тапҡыр ойошторола. Ул илдә мәғлүмәтләштереү өлкәһендәге иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе булып тора.
Быйыл Өфө конкурстың финалын үткәреү хоҡуғын яуланы. Ул бында тәүге тапҡыр яңы форматта уҙа. Форумда мәғариф һәм транспорт өлкәләрендә мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу, власть һәм урындағы үҙидара органдарындағы программа тәьминәтендә импортты алмаштырыу мәсьәләләре тикшерелә.
Читайте нас: