09:14 (UTC+5), 16 Май 2016

Башҡортостандан 17 йәшлек һылыуҡай «Рәсәй королеваһы-2016» титулына дәғүә итә

«Мисс Башкортостан» модель агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Мисс Башкортостан-2016» республика матурлыҡ конкурсы финалсыһы, 17 йәшлек Нефтекама ҡыҙы Рәминә Хәмиҙуллина ошо көндәрҙә Мәскәүҙә барған «Рәсәй королеваһы-2016» бөтә Рәсәй гүзәллек бәйгеһенең финалына сыҡты.
«Мисс Башкортостан» модель агентлығында хәбәр итеүҙәренсә, республика вәкиле ошо конкурста тәүге урындарҙы яулауға лайыҡ. Сибәр, спорт менән шөғөлләнгән һәм маҡсатҡа ынтылыусан ҡыҙ «Мисс Нефтекамск-2014» титулына эйә, башҡа гүзәллек конкурстарында ҡатнашыу тәжрибәһе лә бар. Рәминә бокс менән мауыға, интерьер дизайнеры һөнәренә уҡый.
Конкурстың финалы 21 майҙа уҙа. Илле һылыуҡайҙың береһе «Рәсәй королеваһы» титулына эйә буласаҡ. Быйыл бәйге «Рәсәйҙә Һиндостан мәҙәниәте» фестивале барышында Һиндостан мәҙәниәте үҙәге ярҙамында ойошторола, махсус рәүештә «Һиндостан принцессаһы» номинацияһы булдырылған. Еңеүсегә төп бүләк — Һиндостанға сәйәхәт.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика