11:38 (UTC+5), 13 Мая 2016

Рөстәм Хәмитов «Йыл инженеры» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттары менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 13 майҙа Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Йыл инженеры-2015» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттары һәм «Case-in» Халыҡ-ара инженерҙар чемпионатының төбәк һайлап алыу турында еңеүселәр менән осрашты.
Осрашыу барышында конкурс лауреаттары – республиканың төп предприятиелары инженерҙары үҙҙәренең проекттары менән таныштырҙы, Өфө дәүләт нефть техник университеты командаһы вәкилдәре иһә инженерҙар чемпионатында ҡатнашыуҙары хаҡында һөйләне.
– Ниһайәт, йәмғиәттә инженерлыҡ эшенә ҡыҙыҡһыныу уянды. Ниһайәт, юғары уҡыу йорттары студенттарҙы конкурс нигеҙендә инженер факультеттарына ҡабул итә. Был – алға табан ҙур аҙым. Йәштәрҙең, ата-әсәләрҙең инженерлыҡ эшенең кәрәкле булыуын аңлауҙары мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һәйбәт инженерҙың ғаиләһе лә етеш тормошта йәшәйәсәк, үҫеш тә буласаҡ. Инженер һәр саҡ кешелектең, фәндең үҫешен, алда беҙҙе ниндәй яңылыҡтар көтөүен аңлаясаҡ.
2015 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан предприятиелары исеменән сығыш яһаған Александр Самойлов ( «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Информатика, мәғлүмәт селтәрҙәре һәм иҫәпләү техникаһы» номинацияһы) һәм Артур Ғарипов («Технодинамика» акционерҙар йәмғиәте, «Авиация һәм космонавтика» номинацияһы) конкурс лауреаттары исемен алды.
Ирина Моратова («Технодинамика» акционерҙар йәмғиәте, «Авиация һәм космонавтика» номинацияһы) һәм Елена Исаева («Башкирэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Белорет электр селтәрҙәре» етештереү бүлексәһе, «Экология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы» номинацияһы) «Профессиональ инженерҙар» версияһында тәүге һайлап алыу турын үтте.
«Йәштәрҙең инженерлыҡ сәнғәте» версияһы буйынса Альберт Мөхәмәтғәлиев («Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Нефть һәм газ сәнғәте» номинацияһы) һәм Евгений Литвинов («Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Авиация һәм космонавтика» номинацияһы) «Беренсе турҙа еңеүсе» дипломы менән бүләкләнде.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика