ӨФӨ, 2016 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 12 майҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Салауатҡа эш сәфәре барышында ҡалалағы күп функциялы дауахананың эше менән
танышты. Ул 1989 йылда төҙөлә башланған, әммә артабан туҡтатылған. 2014 йылда ғына бында төҙөлөш эштәре тергеҙелгән. 2016 йылдың мартында өс корпустың икәүһе файҙаланыуға тапшырылған. 97 миллион һумлыҡ 70-тән ашыу медицина ҡорамалдары берәмеге ҡуйылған.