05:56 (UTC+5), 10 Май 2016

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 50 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 9 майҙа Өфөлә «Үлемһеҙ полк» дөйөм Рәсәй акцияһы 50 меңдән ашыу кешене берләштерҙе. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һалдаттарҙың фотоһүрәттәрен тотоп, Октябрь проспектынан үтте. Тамашасылар менән бергә сарала 51 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Өфөләге «Үлемһеҙ полк» колоннаһын Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының һәм Ҡораллы Көстәренең фашистик Германияны еңеү символы булған Еңеү байрағының күсермәһе етәкләне.
Рәсәйҙең дәүләт реликвияһы артынан сарала ҡатнашыусылар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының өс флагын, Өфө Үлемһеҙ полкы байрағын күтәреп үтте.
Алдан хәбәр ителгәнсә, тантаналы маршты Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтте. Бынан тыш, патриотик акцияла телеканал хәбәрселәре лә ҡатнашты, улар тура эфир барышында сарала ҡатнашыусылар менән аралашты.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика