Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Май 2016, 12:34
Был аҙнала төбәктә ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе һәм ҡырау төшөүе көтөлә
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Был аҙнала Башҡортостанда һауа торошо тотороҡһоҙ буласаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығында. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, йәшен йәшнәүе ихтимал.
10 майҙа төндә һәм көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3,+8, көндөҙ +16,+21 градус.
11 майҙа ла ямғыр яуыуы ихтимал, төндә +2,+7, төньяҡ һәм таулы райондарҙа -3 градусҡаса, көндөҙ +14,+19.
12 майҙа бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, айырым райондарҙа йәшен йәшнәйәсәк. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә +3,+8, көнсығышта нулгә етәсәк, көндөҙ +17, +22 градус.
Башгидромет синоптиктары фаразлауынса, ял көндәрендә аяҙайтҡанда тупраҡта ҡырау төшөү ихтималлығы арта.
Теги:
һауа торошо
башгидромет
Читайте нас