09:00 (UTC+5), 05 Май 2016

Республикала Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 11 майҙан 29-на тиклем Башҡортостан ҡала һәм райондарында Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре уҙа. Республика Хөкүмәтенең тейешле бойороғо рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Программала түңәрәк өҫтәлдәр, акциялар, фольклор байрамдары, хор концерттары, күргәҙмәләр, китап марафоны ойоштороу ҡаралған.
11 майҙа Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылында «Кирилл һәм Мефодий» тип аталған түңәрәк өҫтәл, 21-дә шунда уҡ «Яҙғы Никола» республика фольклор байрамы уҙа.
24 майҙа Өфөләге «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республикала Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрен байрам итеүгә арналған концерт була. Ошо уҡ көндә Бәләбәй районында «От глиняной таблички до печатного станка» байрамын үткәреү күҙаллана.
29 майҙа Өфө районының «Ҡыҙыл Яр» рус тарихи-мәҙәни үҙәге XXV боронғо рус йыры республика фольклор байрамында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика