07:42 (UTC+5), 29 Апреля 2016

Республикала табиптар сысҡан биҙгәге менән зарарланыу хәүефе хаҡында иҫкәртә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡты бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән зарарланыу хәүефе тураһында иҫкәртә. Уны башлыса йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата.
Зарарланғандан алып сирҙең тәүге билдәләре күренгәнгә тиклем ике-өс, һирәк осраҡта ғына ете аҙна ваҡыт үтә. Ауырыу ҡапыл башлана: тән температураһы 39-40 градусҡа тиклем күтәрелә, ҡалтырата, баш һәм мускулдар, бил, эс ауырта. Ҡайһы берҙә танауҙан ҡан ағыуы ихтимал. Бөйөр эшмәкәрлеге боҙола. Сирҙең тәүге билдәләрен асыҡлау менән дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ауырыу постель режимына һәм даими медицина күҙәтеүенә мохтаж.
Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәкте иҫкәртеү өсөн белгестәр даими рәүештә санитар-техник саралар үткәрергә кәңәш итә. Яҙ һәм көҙ айҙарында баҡсасылар кимереүселәрҙе юҡ итергә тейеш.
Табиптар дөйөм һәм шәхси гигиена ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә саҡыра. Яҙ көнө баҡса йорттарында йәшәй башларҙан алда һауыт-һабаны, иҙәнде 3 процентлы хлорамин ҡушып йыуырға кәрәк. Эш эшләгәндә битлек һәм бирсәткә кейеү мөһим. Йомшаҡ инвентарҙы, түшәк кәрәк-яраҡтарын елләтеү һәм ҡояшта киптереү зарур. Ҡулдарҙы йышыраҡ йыуырға һәм кимереүселәрҙе бирсәткәһеҙ тотмаҫҡа кәрәк.
Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән зарарланыу хәүефе янамай.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика